Ҡасандыр гөрләп торған колхозда халыҡтың күбеһе эшһеҙ. Бының сәбәбен берәүҙәр ситтән килгән идарасыларҙа күрә. Был яуаплы бурысты башҡарыу тыуған ер өсөн янып йәшәгән кеше ҡулында булырға тейеш, ти икенселәр. Заманында Илеш районының алдынғылар рәтендә булған Ульянов исемендәге колхозына етәкселек иткән Зифҡәт Сәйетғәлиев хәҙер хужалыҡтың бөлгөнлөккә төшөүен күреп йөрәге әрней. Бының сәбәбен ул ете йыл элек “Илеш-Агро” йәмғиәтенең ауыл халҡының ерен ҡуртымға алып, хужалыҡты тарҡатып бөтөүендә күрә. 800 баш мал, 350 һауым һыйыры булған, гөрләп торған эре комплекстарҙың хәҙер харабаларға әйләнеүе хужаһыҙлыҡтың асыҡ миҫалы. Эшләргә тейеш тә бит, әммә инвесторҙар ваҡытлыса ғына ҡуртымға алған ерҙән килем генә ала, ә урындағы күсемһеҙ милеккте һаҡлап ҡалыу ғына түгел, төҙөкләндереү тураһында уйламай ҙа. Таҡталағы был үҙәк өҙгөс яҙыуҙы былтыр ауылда мәктәп ябылғандан һуң, эшһеҙ ҡалған 13 уҡытыусының береһе яҙып ҡалдырған. Рәзил Мусин исемендәге Иғмәт мәктәбенең бушлығы киләсәккә ышаныс булмауы, йәштәрҙең ғаилә ҡорорға ашыҡмауы, тыуымдың ҡырҡа кәмеүе, күптәрҙең ауылдан ситкә китеп эшләүенә бәйле, ти Зифҡәт Сәйетғәлиев.Бында ҡасандыр мәктәп уҡыусылары ашап йөрөгәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ашхананың кәрәк-яраҡтары таратып бөтөлгән, бүлмә ташландыҡ хәлдә. Мәктәп ябылғандан һуң ҡалған һуңғы менюға ҡарап ҡына уның ҡасандыр ашхана булғанын билдәләргә мөмкин. Ә бит мәктәп — ауылдың киләсәге. Йәштәр ҡайтып донъя ҡормаһа, балалар үҫтермәһә ауылдың киләсәге лә шик аҫтында. Иғәмәттә үткәрелгән йыйылышта ауыл халҡы ситтән килгән идарасының 7 йыл дауамында ауылды юҡҡа сығарыуын, уның эше менән ҡәнәғәт түгеллеген әрнеп һөйләне. Шулай ҙа, оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң пайсыларҙың яртыһынан күберәк өлөшө үҙ ерҙәрен “Илеш-Агро” йәмғиәтендә ҡуртымға ҡалдырыуын тағы ла өс йылға дауам итеүгә тауыш бирҙе. Тик ауыл халҡы был һайлауҙарҙың ете йыл элек кеүек үк ғәҙел үтмәүенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Урындағы халыҡтың ер ҡәҙерен белгән өлөшө инвестор эшмәкәрлеге менән риза булмаһа, район етәкселеге уларҙың фекерен уртаҡлашмай.Нисек кенә булмаһын–халыҡ мәнфәғәте яҡланырға тейеш. Ә ерҙәр менән идара итеү, уны эшәкәртеү, ауылдар инфрастуктураһын яҡшыртыу килем күләме менән генә һаналыуы-дөрөҫ түгел. Был яуаплы бурысты башҡарыу урындағы тупраҡ үҙенсәлеген дә, кешеләрҙең ғөрөф – ғәҙәттәрен дә яҡшы белгән һәм тыуған ер өсөн янып йәшәгән кеше ҡулында булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа күрә 4 ауыл ҡараған Иғәмәт ауыл биләмәһендә әле хәл башҡаса.
Илеш районы Иғмәт ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан ни өсөн халыҡ ситкә күсеп китә?
Тулыраҡ: Илеш районы Иғмәт ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан ни өсөн халыҡ ситкә күсеп китә?