Был сара мәҙәни тамашалар түгел, был олимпиадаға тиң осрашыу. Июлдә республика донъның 48 дәүләтенән делегация ҡабул итәсәк. Бөгөнгә 45 ил үҙ артистарының нисек һәм ҡасан киләсәге тураһында мәғлүмәттәрен ебәргән. Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтелде. Дүшәмбе ултырышында мәҙәниәткә бәйле байтаҡ һорауҙар ҡаралды. Ошо өлкәгә ҡағылышлы тағы бер мәғлүмәт. Өфөлә, Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын яңы экспонаттар менән тулыландырыу. Башҡортостан, ниһәйәт, ике йылға беренсе тапҡыр һабантуйҙарҙы ҡаршылай. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы эпидемиологик шарттарҙы тейешенсә үтәгәндә генә уҙа. Сөнки, коронавирус һаман сигенмәй. Башҡортостанда был сирҙе йоҡтороусолар һаны 36 меңдән ашты. Үткәрелгән тестар 3 миллиондан ашыу. Махсус клиникаларҙағы урындарҙың 70 проценты тулы булһа, 273 меңдән ашыу пациент вакцинаның ике компонентын алған. Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарын вакцинацияға айырым иғтибар бүлергә бойорҙо. Ә бына Өфө хакимиәтендә тағы үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Баш ҡала етәксеһенең торлаҡ-коммуналь, төҙөкләндереү һәм транспорт буйынса беренсе урынбаҫарын эштән ҡыуыуҙары мөмкин. Радий Хәбиров баш ҡаланы таҙартыу менән бөтөнләй риза түгел. Тәртип урынлаштырыу өсөн республика етәксеһе Өфө мэрияһына 1 аҙна ваҡыт бирә. Башҡоростандың хәҙер туризмды үҫтереү буйынса үҙ программаһы буласаҡ. 2035-се йылға тиклем иҫәпләнгән был документ стратегик тип иҫәпләнә. Республика хәҙер “Ҙур Урал” проектына ла ҡушыла. Силәбе, Свердловский өлкәләре менән бергә Башҡортостан башҡа субьекттарҙан килгән туристар өсөн үҙ маршруттарын тәҡдим итә. Тик был эштең башы ғына. Радий Хәбиров өлкән йәштәгеләр өсөн эске туризмды үҫтереү яғында. Башҡортостан башлығы министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәрен уның менә шаярмаҫҡа саҡыра. Уның сәбәбе — юлға һалынған билдәләр. Айырым райондарҙа ул емерек трассалар өҫтөн буяп сығыу булып ҡала. Республика ҡояш нурынан электр энергияһы туплаған станциялар һанын арттырыу яғында. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, ағас эшкәртеү системаһын яйға һалыу, уларҙың барыһы ла иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итергә бурыслы. Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға йылы аш биреү иғтибарҙа ҡала. Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев әйтеүенсә, сентябрҙән 2 меңгә яҡын белем усағы ашханаһы уҡыусыларҙы аатыу өсөн әҙер булырға тейеш. Башҡортостан хөкүмәтендәге ултырышта студенттарҙы йәй миҙгелендә эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Республика ойошмалары бөгөнгә 2 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итһә лә, күп кенә уҡыу йорттары студенттарын төҙөлөш отрядтарына ебәрергә әҙер түгел.
Башҡоростан халыҡ-ара форум – фольклориадаға әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡоростан халыҡ-ара форум – фольклориадаға әҙерләнә