Кисә, сығарылыш класс уҡыусылары химия, география һәм рус әҙәбиәте фәндәре буйынса беренсе һынауҙарын үтте. Мәктәптәрҙә, үткән йылдағы кеүек үк, коронавирусты иҫкәртеү маҡсаты менән хәүефҙелек саралары көсәйтелгән. Берҙәм дәүләт имтиханына барғанда быға тиклем металл эҙләүсе ҡоролма аша ғына үтергә тура килһә, хәҙер тән температураһын да тикшерәләр. Тағы ла бер мотлаҡ шарт – медицина билегендә булыу. Уҡыусылар өсөн барлыҡ һаҡлыҡ саралары ла күрелгән. Ҡаланың 62-се лицейы нигеҙендә Орджоникиндзе районының 11-се класс уҡыусылары химия фәненән үҙ белемен тикшерҙе. Буласаҡ табиптар, технологтар берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләнгән. Шулай ҙа экзамен алдындынан үҙен ышансылы тотоусылар ҙа, тулҡынланыусылар ҙа бар ине. Ғәҙәттәгесә, һәр имтихан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ, йәмәғәт күҙәтеүселәре, онлайн-күҙәтеүселәр һәм дәүләт имтиханы комиссияһы ҡатнашлығында үтә. Быйыл төбәктә берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға барлығы 17 мең 690 ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың 16 мең 149 сығарылыш класс уҡыусылары. Берҙәм дәүләт имтиханы системаһында яңы үҙгәрештәр ҙә бар. Хәҙер 11 класс уҡыусылары база кимәлендәге математика буйынса имтиханды яҙмаясаҡ. Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусылар өсөн имтихандың төп этабы 31 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итә, ә берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә осоро 12-17 июлдә үткәреләсәк.
Берҙәм дәүләт имтихандары башланды
Тулыраҡ: Берҙәм дәүләт имтихандары башланды