Өфөнөң Алексеевка шоссеһында көсөргәнешле хәрәкәт йылдан-йыл әүҙемләшә. Бында яңы торлаҡ биләмәләре барлыҡҡа килә, шәхси йорттар төҙөлә, күсенеп килгән халыҡ иһә йәшәү өсөн уңайлы мөхит талап итә. Быйыл Алексеевка шоссеһының 3 километр ярым арауығында ремонт эштәре гөрләй. Элек бында ике һыҙатлы тар юл ҡәнәғәтләндерһә, хәҙер киң шоссе буйлап тротуар һалына. Төҙөүселәр юл ситендәге артыҡ тупраҡты сығарып киң йәйәүле һуҡмағына ерлек әҙерләй. Юл ҡатламы иһә асфальт бетон ҡатнашмаларын күләмле проектлау ысулы менән түшәлә. Юл һалыусыларҙың эше даими күҙәтеү аҫтында. Ҡала юл төҙөлөшө лабораторияһы белгестәре һәр ҡатлам сифатын тикшереү графигын үтәй. Нәфисә Кинйәбаева Ватан һаҡсылары урамы меннә Алексеевка шоссеһы киҫелешендә юлдың әлегә беренсе асфальт ҡатламы һалына. Юл төҙөлөшө лабораторияһы уның талаптарға тап килгән сифатын раҫлағандан һуң ғына бында асфальттың икенсе, өҫкө ҡаты түшәләсәк. Сифат белгестәре юл ҡатламы тураһында теүәл мәғлүмәт туплар өсөн кәм тигәндә ике өлгө- керн киҫеп алына. Иң беренсе үлсәм – уның ҡалынлығы – өлгө алған урында уҡ төҫмөрләнә. Артабан юл ҡатламы өлгөләре лабораторияла ентекләп тикшерелә. Асфальтбетон ҡатнашмаһынаң төрө обьектта эштәр башланғансы билдәләнһә, керндарҙы өлөштәргә бүлеп лаборанттар юл ҡатламының тығыҙлығын асыҡлай. Һауа бушлыҡтары ни тиклем аҙ, юл шул тиклем емерелеүҙәргә бирешмәүсән тип таныла. Алексеевка шоссеһының юл үткәргестән Исҡужин урамына тиклем участкаһында түшәлгән асфальт ҡатламының сифат талаптарының барыһына ла тап килгәне асыҡланды. Был иһә юл төҙөкләндереү йөкләмәһен алған подряд ойошмаһының үҙ бурыстарын теүәл үтәгәнен һәм юлдың оҙаҡ хеҙмәт итәсәген дәлилләй. “Имен һәм сифатлы юлдар” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 237 төп обьектта 300 километр оҙонлоғонда юл төҙөкләндереү ҡаралған. Хеҙмәттәрҙең 27 проценты заманса яңы технологиялар ҡулланып башҡарыла. Уларға ярашлы яңы юл ҡапламының тығыҙлығы һәм ныҡлығына өлгәшелә, ремонт-ара ваҡыт менән юлды файҙаланыу осоро оҙая. Юл сифатын яҡшыртыу Милли проекттың өҫтөн мәсьәләһе. Заманса, уңайлы һәм ышаныслы транспорт инфраструктураһын ҡороу — ил президенты Владимир Путиндың юл төҙөүселәр алдында ҡуйған йөкләмәһе. Был тәңгәлдә төҙөүселәр ремонт сифаты менән биләмә һанына ғына түгел, эштәрҙе атҡарыу ваҡытына ла баҫым яһай. 2021 йылда төҙөкләндерергә тейеш бер биләмәлә әлеге мәлгә ремонт тамам. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспекты менән Артем урамындағы юлдар ҡулланыусылар өсөн йәнә асыҡ.
“Имен һәм сифатлы юлдар” Милли проектын бойомға ашырыу
Тулыраҡ: “Имен һәм сифатлы юлдар” Милли проектын бойомға ашырыу