Килеп тыуған проблеманы тиҙ арала хәл итеү өсөн урмандарҙы эшкәртәләр. Эштәр 10 июнгә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр итәләр Урман хужалығы министрлығынан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән республиканың биш төбәгендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Әлеге ваҡытта Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Хәйбулла районында үҫкән ағастарҙы ағыулы ҡоротҡостар баҫҡан. Белгестәр билдәләүенсә, ебәк күбәләктең ныҡлап таралыуына ҡыштың йылы булыуы һәм майҙың саманан тыш эҫе тороуы булышлыҡ иткән.
Республика урмандарына ебәк күбәләге һөжүм итә
Тулыраҡ: Республика урмандарына ебәк күбәләге һөжүм итә