Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының “Динамо” спорт комплексында республиканың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса турнир үтте. Был ярыш Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә ойошторолдо. Турнирҙа бөтәһе 4 команда үҙ көсөн һынап ҡараны. Республика халҡының һәр иртәһе ошо һүҙҙәр менән башлана торғайны. Был юлы Башҡортостандың алтын тауышы менән волейбол буйынсатурнир асылып китте. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә ойошторолдо был сара. Волейбол уйыны осраҡлы түгел. Легендар диктор йәмәғәт эштәрендә, спортта ла әүҙем ҡатнашҡан. Яратҡан уйыны волейбол ине, тип хәтерләй яҡындары. Йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында Әхәт Мотаһар улы үҙ командаһының алыштырғыһыҙ командиры булған. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә. Турнирҙа киң мәғлүмәт саралары коллективтарынан 4 волейбол командаһы — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, «Юлдаш» радиоһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, Матбуғат йорто һәм республика гәзиттәренең йыйылма командалары ҡатнашты. Әхәт Мортазин исемендәге кубокка волейбол турниры өсөнсө тапҡыр ойошторола. Йыл һайын был бәйгелә киң мүғлүмәт саралары коллективтарының иң көслө спортсылары ҡатнаша. Был юлы ла бәйге көсөргәнешле барҙы. Әхәт Мортазин ғүмере буйы спорттан көс табып ижад иткән. Хәҙер уҡыусылары уны үҙҙернә өлгө итеп ҡуя. Дикторҙың яратҡан спорт төрөн үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға үҙ өлөшөн дә индерәләр.
Әхәт Мортазин исемендәге кубокка волейбол турниры
Тулыраҡ: Әхәт Мортазин исемендәге кубокка волейбол турниры