Саҡмағош районында Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урамдар тәртипкә китлерелде. Республика башлығы Саҡмағошта был урамда 2019 йылда булып, бындағы емереклектәрҙе күреп, ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәйне. 14 торлаҡ йортто үҙ эсенә алған ишек алдын төҙөкләндереүгә 21 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Контейнер майҙансыҡтары, ял итеү урындары, видокүҙәтеү системаһы ҡуйылған, биләмәне йәшелләндергәндәр. Бер юлы муниципалитет иҫәбенә йорттарҙың ҡыйыҡтары, фасад һәм подъездар ҙа ремонтанған. Радий Хәбиров “Башҡорт ихаталары” программаһының барышы менән яҡындан танышты. Республика башлығы ла, урындағы халыҡ та һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт. Шулай уҡ, Саҡмағош районында Өфөнөң элекке мэры Өлфәт Мостафинға мемориаль таҡтаташ асылды. Ул Иҫке Бәшир ауылында Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латипов исемендәге урта мәктәпкә ҡуйылды. Таҡтаташ асыу тантанаһына 2020 йылда COVID-19 эҙемтәләренән ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы ла килгәйне. Ул республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе һәм уға эшендә уңыштар теләне.
Күләүектәр, батҡаҡ һәм емерек юл урынына – асфальт
Тулыраҡ: Күләүектәр, батҡаҡ һәм емерек юл урынына – асфальт