Саҡмағоштан һуң Радий Хәбиров Мәсетле районына юл тотто. Яңы Мөслим ауылында булған авария сәфәргә төп сәбәпсе ине. Ауыл халҡын борсоған һәм ниҙер кимәлдә фажиғәгә сәбәп булған мәсьәләләр хәл ителәсәк тине республика башлығы. Был тетрәндергес кадрҙарҙы хәҙер хоҡуҡ һаҡсылары өйрәнә. Тойота Авенсис автомобиле юғары тиҙлектә 8 кеше тейәгән егелгән ат арбаһына килеп төкөй. 5 кеше йәрәхәт ала, икәүһе дауаханала, пенсионер уҡытыусының аяғын ҡырҡырға тура килә. Урындағы фольклор ансамбле "Ҡарға бутҡаһы" һәм "Кәкүк сәйе" байрамдарын уҙғарыр өсөн ауыл янындағы Фазыл шишмәһенә китеп барғаны билдәле. Оло юлдан боролған урында юл киҫелеше булыуын иҫкәрткән тамға бар, тик водителдең нимә уйлап ҡыуып килгәне аңлашылмай тип аптырай ауыл халҡы. Сәлимйән Хәкимов ат арбаһында баян уйнап барған була. Юл фажиғәһе ауылдың күптән хәл ителмәгән мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҙәниәт йорто булһа күп сараларҙы шунда ғына уҙғарыр инек ти Яңы Мөслимдә йәшәүселәр. Ярты емерек ике бинаны ла һүтергә, мәҙәниәт йортоноң иҫкеһе урынына яңыһын төҙөргә. Радий Хәбиров Яңы Мөслимдәрҙең теләген тиҙ арала хәл итергә вәғәҙәләне. Аварияла йәрәхәт алғандар ҙа ярҙамдан ситтә ҡалмаясаҡ. Ваҡиғала зыян күреп һуйырға тура килгән ат хужаһына ла йылҡы алып бирәсәктәр. Район үҙәгенә яҡын урынлашҡан ауылда Республика Башлығы ярҙамынан башҡа тиҙ хәл ителмәйәсәк проблемалар бихисап. Мәсьәләнең киҫкенләре юл менән дә бәйле. Үҙәк урамда автомобиль хәрәкәте көслө өҫтәүенә йөк машиналары бер туҡтауһыҙ үтә бында. Юлдарҙы тәртипкә килтереү мөмкин булғанса быйыл йәй хәл ителә башлай. Меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылда хакимиәт булыуын да теләй халыҡ Радий Хәбиров чиновниктар һанын арттырыу яҡлы түгел, бергәләп старосталыҡ институтын камиллаштырырға килешелде. Әйткәндәй, йыйылыш үткән парк әле генә урындағы башланғыстар программаһы буйынса төҙөкләндерелгән, Республика етәксеһе уны тағы ла йәшелләндереп уйын һәм спорт майҙансыҡтары менән тулыландырырға вәғәҙәләне.
Радий Хәбиров Мәсетлеләге аварияла зыян күреүселәргә ярҙам вәғәҙәләне
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Мәсетлеләге аварияла зыян күреүселәргә ярҙам вәғәҙәләне