Өфөлә етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Тулыраҡ: Өфөлә етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды. Был юлы ла 10 кеше торлаҡлы булды. Фатирҙарҙа бөтә шарттар булдырылған, мебель урынлаштырыу менән йәшәргә мөмкин. Етемдәрҙең ҡыуанысын беҙҙең хәбәрселәр уртаҡлашты. Рания Йәрмөхәмәтованы өләсәһе тәрбиәләгән. 26 йәшлек ҡатын бала сағынан үҙенең торлағы һәм ғаиләһе хаҡында хыялланған. 2017 йылда торлаҡҡа тейешле документтарын әҙерләп тапшыра. Ниһәйәт 4 йылдан йәш ғаиләнең хыялы тормошҡа ашты. Васильевтар ғаиләһендә лә оло ҡыуаныс. Улар ҙа хәҙер бер бүлмәле фатир хужаһы. Үҙ мөйөшөн Татьяна Васильева 19 йәшенән көткән. Фатирҙа электр энергияһы, йылы һәм эҫе һыу, йылылыҡ бар. Иҙәндә ленолиум, диуарҙарға обой йәбештерелгән, бөтә нәмә эшләнгән, тип ҡыуана өләсәһе ҡарауында үҫкән Татьяна. Йылдан-йыл етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға күберәк фатир бүленә. Был дәүләттең ошо проблемаға йөҙ менән боролоуы хаҡында һөйләй. Әммә мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәгән әле, тағы бихисап кеше сиратта тора. Йыл башынан Өфөлә 107 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала фатир алып ҡыуанған. Уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программаға ярашлы, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Документҡа ярашлы, 2019 йылда 140 миллион, уҙған йылда 170 миллион, быйыл 220 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бөгөн етем балаларға 33 фатир бүленде. Уларҙың унауһы Өфө хакимиәте башлығынан асҡыстарын алып ҡыуанды. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 80 етем ошо йорттарҙа өй туйлаясаҡ.