Өфө районы Михайловка ауылында яңы мәктәп асылды

Тулыраҡ: Өфө районы Михайловка ауылында яңы мәктәп асылды

“Олимп” Белем үҙәге “Демография” Милли проекты сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылды. Бындай иркен биләмә һәм моһәбәт бина менән әлегә тиклем бер мәктәп тә маҡтана алмай. Михайловканың Грин биҫтәһендә төҙөлгән “Олимп” белем үҙәгенең ихатаһы 43 мең ярым квадрат метр майҙанды биләй, ә уҡыу урындары 13 мең ярым квадрат метрҙа урынлашҡан. Объекттың күләмле булыуына, илдә пандемия шартына ҡарамаҫтан төҙөүселәр йөкләмәһен хатта ваҡытынан алда үтәгән. Объекттың әҙерлек өлгөһө икәнен күрһәткән йәнә бер дәлил –уҡыу үҙәге рәсми асылыу көнөнә үк белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алып өлгөргән. Тимәк, бөгөндән үҙ бурыстарын закон нигеҙендә башҡара ала. Мәктәпкәсә тәрбиә, дөйөм урта һәм өҫтәмә белем биреү маҡсаттарын бойомға ашырыр өсөн бында шарттарҙың әлеге көн талабына яуап биргән һәр ҡайһыһы бар. Уҡыу бүлмәләре заманса техника менән йыһазландырылған, хеҙмәт дәрестәре өсөн махсус ҡорамалдар ҡуйылған, ашхана, ял, физик күнегеү залдары балалар ғына түгел педагогтарҙың да һоҡланыуына лайыҡ. Яңы бинала яңы уҡыу йылын улар бөгөндән көтә. Нәфисә Кинйәбаева Был тынлыҡ ваҡытлыса ғына. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен икенс июндән ҡабул итә башлай. Һәм ошо матур иркен бүлмәләргә тик балаларға хас шау-шыу тулы тынғыһыҙ көндәр киләсәк. 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының һигеҙ төркөмөнә лә исемлектәр тулы. Мәктәп иһә ата-әсәнән ғариза йыйыуҙы дауам итә. Тап ошо иғлан Гүзәл ханымды белем үҙәген асыу тантанаһына алып килгән. Күп балалы ғаилә Михайловка ауылында йәшәй. “Олимп” Өфө районында сафҡа индереүгә әҙерләнгән мәктәптәрҙең һуңғыһы түгел. “Демография” милли проекты сиктәрендә республикала быйыл йәнә һигеҙ белем биреү учреждениеһы төҙөлә, шуларҙың өсәүһе — Өфө районында. Баҡса урамындағы белем баҡсаһын күреп танығандар хәҙер замана мәктәбен тик ошолай тип күҙ алдына килтерә. Был биләмә бәхетле баласаҡ иле дәрәжәһенә дәғүә итә.