Өфө балалар тимер юлы сираттағы миҙгелен асты һәм малай, ҡыҙҙар өсөн байрам ойошторҙо. Үткән йәйҙә пандемия арҡаһында тимер юл эшләмәгәйне. Балалар паркты урап, поезда йөрөүҙе һағынып өлгөргән. Быйыл Советтар Союзы Геройы, почетлы тимер юлсы Василий Павлович Доброрез исемендәге Өфө балалар тимер юлы 68-се пассажир миҙгелен тулы ҡеүәттә ҡаршы алды. Поезд шаршамбынан алып йәкшәмбегәсә көндөҙгө 11-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Балалар өсөн билет хаҡы — 100, өлкәндәргә 150 һум. Йыл һайын балалар тимер юлында 400-ҙән ашыу йәш тимер юлсы эшләй, улар тәжрибәле етәкселәренең ҡулы аҫтында тепловоз машинисы, тимер юл монтеры,вагондар тикшереүсе, контролер-ревизор, станция буйынса дежурный, проводник, диктор һәм экскурсовод кеүек һөнәр үҙләштерә. Бәләкәй магистраль хеҙмәткәрҙәре – алтынсы-һигеҙенсе класс уҡыусылары.
Өфө балалар тимер юлы эшләй башланы
Тулыраҡ: Өфө балалар тимер юлы эшләй башланы