Өфөнөң урам-ихаталарын көсәйтелгән режимда таҙарталар

Тулыраҡ: Өфөнөң урам-ихаталарын көсәйтелгән режимда таҙарталар

Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары Радий Хәбировтың тәнҡитенән һуң көсәйтелгән режимда урам-ихаталарҙы таҙартыуға кереште. Республика Башлығы оператив кәңәшмәлә баш ҡала урамдары туҙанға батыуына, үләндәр сабылмауына иғтибар итте һәм бер аҙна эсендә Өфөнө тәртипкә килтерергә ҡушҡайны. Газондарҙы сабыу, сәскә түтәлдәренә һыу һибеү, утау, юлдарҙы һепереү, сүп-сар йыйыу. Иртә таңдан кискә тиклем ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре урамдарҙы тәртипкә килтерә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың әүҙем эшкә тотоноуына төбәк Башлығы белдергән тәнҡит яҡшы этәргес булды. Радий Хәбиров хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә бер аҙна ваҡыт бирҙе. Ҡаланы йыйыштырыу буйынса баш ҡала халҡы фекере икегә бүленде. Урындағы халыҡ Инорс, Сипайлово биҫтәләренә лә иғтибар итеүҙәрен һорай. Өфө ҡала хакимиәте Башлығы Сергей Греков биләмәнең насар йыйыштырылыуын торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарында эшселәр етмәүе менән бәйләй. Ҡаланы комплекслы йыйыштырыу буйынса махсус график төҙөлгән. Көнөнә Өфөлә 630-ға яҡын ихата тәртипкә килтерелә. 6 июнгә тиклем барлығы 3 мең 750 ихата йыйыштырылырға тейеш. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ташландыҡ машиналар, төҙөлөш сүп-сарын сығарыу һәм юлдарға билдәләр ҡуйыу кеүек мәсьәләләре хәл ителергә тейеш.