Ҡотҡарыусылар май айында 17 кешене һыуға батыуҙан алып ҡалған, шуларҙың етәүһе балалар. Бәхетһеҙ осраҡтар ҙа юҡ түгел. Һыу инергә тыйылған урындарҙа фажиғәғә юл ҡумаҫ өсөн Граждандарҙы яҡлау идаралығы көн дә күҙәтеү эштәрен дауам итә. Ял итеүселәр ябай иҫкәрмәләрҙе нисек ҡабул итә? Һыу ингәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ? Берәүҙәр бындай иҫкәртеүҙәрҙе аңлап, тыныс ҡабул итһә, икенселәре иһә үҙҙәрен һыуҙан ҡурҡмауҙарын белдереп, бәхәскә инә. Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн был ғәҙәти күренеш. Шулай ҙа һыу инергә тәғәйенләнмәгән урындарҙа фажиғә булдырмау — төп бурыс.Ҡағиҙәгә ярашлы, Өфө пляждары хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алып йыһазландырыла. Балалар өсөн махсус һыу инеү урыны, ә башҡалар өсөн йылға-күлдең тәрән булыуын күрһәткән билдәләр ҡуйылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәүселәр һаны бихисап, тип белдерә ҡотҡарыусылар. 2020-се йылда республика пляждарында 95 кеше батып үлгән, 220 кешене ҡотҡарыусылар ҡотҡарып өлгөргән. Ә быйыл, һыу инеү миҙгеле асылмаҫ уҡ, ҡотҡарыусылар 17 кешене һыуҙан сығарған, шуларҙың 7 бала. Үлем осраҡтары ла бар, май айында һыуҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәбе асыҡ — ял итеүселәр иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай. Пляждар буйлап күҙәтеү май айынан уҡ башланғайны. Ул көнөнә дүрт тапҡыр үткәрелә. Хеҙмәткәрҙәр Өфө пляждары буйлап йөҙөп, ял итеүселәрҙе тикшерә, һаулыҡ өсөн мөһим булған ҡағиҙәләрҙе иҫкәртә. Шулай уҡ, һыу буйҙарында спиртлы эсемлектәр эсеү, йорт хайуандары менән йөрөү ҡәтғи тыйыла. Бындай ҡағиҙәләр һәр пляжға ингән урында яҙылған. Быйыл республикала 120, ә Өфөлә 10 рәсми пляж асылған. Йәйге көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, һыу инеүселәр ҙә күп була, тип көтөлә. Баш ҡаланың Дим районында – «Карьер», Калинин районында – «Ҡомло», «Гольфстрим», «Ожмах яры», Киров районында — «Ҡояшлы», Ленин районында – «Йылғасы» стадионы янында, «Аҡ Яр Затон», «Аҡ Яр Нижегородка», Октябрь районында «Ҡояш яры», «Сипайловолағы Сочи» пляждарында һыу инергә ярай. Башҡа урындарҙа рөхсәт ителмәһә лә, халыҡ именлеген күҙ уңында тотоп, ҡотҡарыусылар һыу инеү миҙгеле тамамланғансы рейд һәм күҙәтеү эштәрен алып барасаҡ.
Һыу инеү миҙгеле асылды
Тулыраҡ: Һыу инеү миҙгеле асылды