Шәһит Хоҙайбирҙн исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ үҙәге оло юбилейын билдәләне. Ҡасандыр беренсе һанлы республика балалар йорто исемен йөрөткән белем һәм тәрбиә учреждениеһында бихисап ҡыҙ һәм малайҙар үҫеп, белем алып үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Оло булһынмы улар, әллә йәштәрме – бөгөнгәсә дуҫлыҡ ептәрен өҙмәйҙәр. Балалар йортоноң 100 йыллыҡ юбилей кисәһендә лә килә алған һәр кеме ҡатнашты. Шәһит Хоҙайбирҙин 1921-ҙә ата‑әсәһе революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булған башҡорт ҡыҙ һәм малайҙары өсөн Өфөлә балалар йортон аса. Үҙ быуатында йорт бихисап үҙгәрештәр кисерә, уның исеме бер нисә тапҡыр алмашына. Шулай ҙа тәғәйенләнеше әле лә шул көйө – ата-әсә һөйөүенән мәхрүм бәләкәстәр өсөн ғаилә йылыһын алмаштыра алырҙай өлгөлө балалар йорто дәрәжәһен тотоу. Был балалар йортона килеп эләккән һәр ҡыҙ һәм малайҙың үҙ тарихы. Тыумыштан унда йәшәгәндәр ҙә бар. 100 йыл эсендә йорт 5545 бәләкәсте ҡурсалап үҫтергән. Бихисап йылдар элек балалар йортонан кемеһелер эшкә урынлашып, кемдәрелер уҡырға инеп таралышҡан ҡыҙ –егеттәр бөгөн апай-ағайҙар. Һәр хәтирәне ҡәҙерләп һаҡлай улар, һәр фото тураһында айырым хәлдәрҙе һөйләй. Башҡорт балаларының медиа-өләсәйе булған Альбина Хажим ҡыҙы ла әхирәттәре менән байрамға килгәйне. Әлеге ваҡытта Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ үҙәгендә 54 бала йәшәй. Улар менән эшләгән тәрбиәселәр, уҡытыусыларҙың хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Юбилей уңайынан үҙәктең алдынғы хеҙмәткәрҙәре маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, исемдәр алды. Ә төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы, үҙе тантанала була алмаһа ла, бүләккә автобус һәм еңел машина асҡыстарын биреп ебәргән. Тағы ла бик күп бүләктәр тапшырылды, ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Был хәлдең шаһиты булыу бәхете оҙаҡ көттөрмәһен. Ә әлегә балалар ул йорттоң барлығына мохтаж. Ғаиләгә урынлаштырыуға әҙер ҡыҙ һәм малайҙар исемлеге лә асыҡ. Уларҙы ҡабул итергә әҙер йылы ҡосаҡтарҙың асылыуы мөһим.
Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙың йортона 100 йыл
Тулыраҡ: Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙың йортона 100 йыл