Ҡашҡаҙан паркында балалар өсөн Мини АЗС–ты хәтерләткән авто ҡаласыҡ асылды. Бында электромобилдә йөрөгән һәр бер бала үҙен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән водитель итеп тоя ала. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан башҡалала тағы бер автоҡаласыҡ барлыҡҡа килде. Беренсеһе ике йыл элек Аксаков паркында асылғайны. Бында балалар электромобилдәрҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең бөтә ҡағиҙәләрен үтәп хәрәкәт итергә өйрәнә. Аттракционды йәш автоһәүәҫкәрҙәргә Лукойл-Уралнефтепродукт йәмғиәте бүләк иткән. Социаль йүнәлешле проекттың хаҡы 3 миллион һум тирәһе. Бында юл ҡағиҙәләрен өйрәнгән сабыйҙар белемен камиллаштыра, белмәгәндәре юлдағы һәр билдәнең мөһимлеген аңларға өйрәнә. Йорт янында ошондай файҙалы майҙансыҡ барлыҡҡа килеүенә өлкәндәр ҙә шат. Мини АЗС-ты хәтерләткән автоҡаласыҡтың тағы бер үҙенсәлеге — автомобиль юлдары формаһы, ҡош осҡан бейеклектән ҡараһаң, ӨФӨ һүҙен барлыҡҡа килтерә. Ҡаласыҡ Рәсәйҙең рекордтар реестрына ла инергә өлгөргән. Ул асфальтҡа башҡорт хәрефтәре менән юл формаһында һалынған донъялағы иң ҙур яҙма. Киңлеге 11, оҙонлоғо 32 ярым метр. Аттракциондың тейешле сертификаты ла бар.
Өфөлә тағы бер автоҡаласыҡ барлыҡҡа килде
Тулыраҡ: Өфөлә тағы бер автоҡаласыҡ барлыҡҡа килде