ММА федерацияһы һәм бағыусылар сабыйҙар өсөн ҙур байрам ойошторҙо. Балалар үҙҙәрен төрлө конкурсттарҙа, ата-әсәләр спорт ярыштарында һынап ҡарай алды. Иң етеҙ һәм әүҙемдәр бүләктәр алып ҡыуанды. Өфөлә бер-нисә йорт хужалары, әйткәндәй, ул өйҙәр аҡыллы торлаҡ исемен дә йөрөтә, үҙҙәре генә ойошоп түгел, ә бағыусылар табып, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ҙур байрам үткәрҙе. Уларға Динамо спорт комплексы ҡарамағында шөғөлләнгән ММА академияһы ла ярҙам күрһәтте. Сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау һәм спортҡа ылыҡтырыу, балаларҙың ялын күңелле үткәреү, ти сараны ойоштороусылар. Кескәйҙәр ММА академияһы тәрбиәләнеүселәре сығыштарын ҡараны. Шулай уҡ төрлө тамашалар күрһәтелде. Үҙҙәре лә конкурсттарҙа ҡатнашып, ижади һәләттәрен күрһәтте. Ата-әсәләр ҙә ҡалышманы. Улар өсөн төрлө ярыштар ойошторолған ине. Конкурсттар ММА федерацияһы ярҙамы менән уҙғарылды. Саранан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу өсөн ММА академияһы бағыусылар ярҙамында киләсәктә лә төрлө саралар уҙғарырға йыйына. Ә кем улын йә ҡыҙын көслө кеше инеп күргеһе килә, Динамо спорт комплексындағы ММА ҡатнаш алыш төрөнөң үҙенсәлекле үҙәгенә бирә ала. Заманса залда бокс, кикбоксинг, грепплинг, самбо һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғәлләнергә була.
ММА федерацияһы кескәйҙәргә байрам ойошторҙо
Тулыраҡ: ММА федерацияһы кескәйҙәргә байрам ойошторҙо