Сүриәлә Алеппо ҡалаһын утҡа тотҡанда террор төркөмсәләре ағыулаусы матдәләр ҡулланған. Курд һуғышсылары һары фосфор төтөнөн видеоға төшөрөп алған. Уларҙа шулай уҡ Төркиәнән зарин килтерелеүе тураһында ла мәғлүмәт бар. Йәғни, террорсылар халыҡҡа ҡарата химик ҡорал ҡуллана.
Ренхап агентлығы Пхеньяндың Япон диңгеҙе йүнәлешендә ике баллистик ракета осороуы тураһында хәбәр итте. Төнъяҡ Корея был йәһәттән әлегә бер ниндәй ҙә рәсми белдереү яһамаған. Ил етәксеһе Ким Чен Ын Төнъяҡ Корея баллистик ракеталарҙы атом менән ҡоралландырыу һәләтенә эйә тип бик күп илдәрҙе ҡурҡытҡайны.
Францияның ҙур ҡалаларында йөҙ меңдән ашыу кеше ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашҡан. Улар Хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Социологик тикшереүһәр күрһәтеүенсә, илдең хеҙмәт министры әҙерләгән ҡанунға 10 кешенең етәүһе ҡаршы булыуын белдергән.
Урындағы халыҡ иҫерек туристарҙың үҙҙәрен итәғәтһеҙ тотоуына зарланып күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткәндән һуң Испанияның Майорка утрауы хакимиәте төнгө сәғәт 12-нән иртәнге һигеҙгә тиклем спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған. Туристар бинг-дринкинг, йәғни билдәләнгән ваҡытта мөмкин тиклем күберәк араҡы эсеп ярышҡан.