Яҙғы ташҡынға әҙерлеген тәүгеләрҙән Үҙәк хәрби округының инженер-сапер бүлектәре белдерҙе. 26 шартлатыу төркөмө һәр ваҡыт саҡырыуға сығырға әҙер. Көн элгәре ике аҙналыҡ әҙерләнеү эштәре тамамланды.
Волга буйы, Урал һәм Көнбайыш Себер биләмәләрендә ике рота дежурҙа торасаҡ. Бөтә ерҙән дә үтә алыуға эйә 60 машина әҙер. Хәрби округ штабының үҙәк идаралығы тәүлек әйләнәһенә ташҡын хәлен тикшереп тора. Быйыл хәрби метеорологтар һыуҙың кимәле уртаса, әммә айырым һыу ятҡылыҡтарында күп йыллыҡ күрһәткестәренән байтаҡҡа юғарыраҡ булыуы ихтималлығын күҙаллай.