Биатлон спорт комплексында уҙған сараға 30-ҙан ашыу район-ҡаланан уҡыусылар йыйылды. Улар барыһы ла муниципаль этапта еңеүселәр. Ҡатнашыусылар саңғыла йүгереү, алыҫлыҡҡа һикереү, пневамтик ҡоралдан атыуҙа һәм башҡа төр күнекмәләрҙә ГТО нормаларын үтәне. Иҙәндән кәүҙәне ҡалҡытыу – ГТО системаһындағы иң ауыр күнегеүҙәрҙең береһе, бигерәк тә ул ҡыҙҙарға ҡыйын бирелә. Әммә 9 йәшлек Камилла өсөн был бер ни ҙә тормай. Йөҙөү һәм волейбол менән мауыҡҡан ҡыҙ нормативты бер нисә тапҡыр арттырып эшләй ала. ГТО нормаларын үтәү өсөн физик көс кенә аҙ, бында һығылмалылыҡ та, етеҙлек тә, мәргәнлек тә талап ителә. Ярышта ҡатнашыусылар быны һүҙ менән түгел эш менән иҫбатлай, муниципаль этапта уларға етеүсе булмаған. Совет осоронда нормативты үтәү абруйлы һыналһа, хәҙер уны яҡшы һөҙөмтәгә тапшырған сығарылыш уҡыусылары ла Берҙәм Дәүләт имтиханына өҫтәмә баллдар аласаҡ. Өфөләге бер нисә ВУЗ нормативты яҡшы билдәгә үтәүселәргә өҫтәмә 7 балл бирергә вәғәҙә итә. Әммә юғары билдәне алыу өсөн уҡыусыларға ГТО сайтында теркәү үтеп, ғариза тултырырға, аҙаҡ һаулыҡты тикшертеп справка алырға һәм Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын ҡабул итеү буйынса төбәк операторы судьялары алдында һынауҙарҙы үтергә кәрәк. Һынауҙы яҡшы үткәндәргә юғары билдәне тантаналы шарттарға тапшырасаҡтар. Әлегә республика буйынса 200-ҙән ашыу уҡыусының бындай билдәһе бар. ГТО программаһы 1931 йылда ҡабул ителә һәм 1991 йылға тиклем уңышлы эшләй. Бөгөнгө сара ла хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек системаһының барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тулыуға арналғайны. Яңынан тергеҙелә барған сәләмәт тормош йолаһы яҡын киләсәктә ғәҙәти хәлгә әүерелер тип ышана ойошторусылар.Рәсәйҙең 16 төбәге быйыл ГТО нормаларын үтәү буйынса пилот проектҡа инде. Башҡортотсанда иһә әлегә уны уҡыусылар ғына тапшыра ала. Ә киләһе йылдан өләкндәрзҙең дә бындай мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Әлегә әҙерләнә торорға мөмкин.
Өфөлә Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын үтәү буйынса республика фестивале үтә
Тулыраҡ: Өфөлә Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын үтәү буйынса республика фестивале үтә