Башҡортостанда тиҙҙән “Алға” транспорт картаһының виртуаль ҡушымтаһын файҙаланырға мөмкин. Был хаҡта Транспорт сәғәтендә республиканың социаль карталар регистры генераль директоры Руслан Нурғәлиев белдерҙе. Виртуаль транспорт картаһы — Башҡортостан белгестәренең уникаль технологияһы. Илдә был картаның тиңдәре юҡ, сөнки махсус төр карталарҙы смартфон һәм айфондарҙағы түләү ҡушымталарында ҡулланыу тыйылған. “Алға” картаһы буйынса иһә түләү банк картаһына бәйле, ә хаҡты ҡабул итеүҙе республиканың социаль карталар регистры белгестәре транспорт ҡартаһы аша үткәреүгә өлгәшкән. Виртуаль транспорт картаһын ҡулланыу юл хаҡын түләүҙәргә асыҡлыҡ индерә һәм пассажирҙарҙы карта һатып алыу, баланс тикшереү кеүек өҫтәмә хәстәрлектәрҙән азат итә.
Виртуаль транспорт картаһы
Тулыраҡ: Виртуаль транспорт картаһы