Баҫыу эштәре тамамланған осорҙа ойошторолған сара Ҡырмыҫҡалы районында ла гөрләп үтте. Былтыр пандемия булыу сәбәпле был байрам кисектерелеп торғайны. Һабантуй барышын хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова ла барып күрҙе. Күптән көтөп алынған һабантуй байрамы йыр-моңға күмелеп башланды. Тирмәләр янында күргәҙмәләр ойошторолған, һәр килгән ҡунаҡты хужалар йыр-моң, самауыр сәйе, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Йолаға ярашлы баҫыу эштәре тамамланғас үткәрелгән байрамда иң шәп хужалыҡ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм спортсылар маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Шулай Ҡырмыҫҡалы районында беренсе тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы балалары түш билдәләре менән бүләкләнде. Төрлө милләт кешеләрен берләштергән байрамға халыҡ күп йыйылды. Берәүҙәр сәхнә йондоҙҙары сығышын ҡараһа, икенселәре ат ярыштарына ашыҡты. Ҡырмыҫҡалы районының төрлө ауылдарынан килгән ҡунаҡтар ат һәм арбаларын төрлө орнаменттар менән биҙәп майҙан буйлап йөрөнө. Һуңынан ат бәйгеһе ойошторолдо. Был, әлбиттә, иң ҡыҙыу ярыштарҙың береһе. Шуға ла ул бөтә хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләренә таянып үткәрелә. Беренсе урын яулаусылар төрлө приздар менән бүләкләнде. Ат бәйгеһенән һуң, халыҡ баһадирҙарҙың көрәшен ҡарарға ашыҡты. Ғөмүмән, ат бәйгеһе һәм көрәш һабантуй байрамының йәме. Әлбиттә, һәр егет еңеү артынан килә. Төп бүләкте отоусы Рәдиф Аҡсурин, мәҫәлән, үҙ көсөндә һис шикләнмәгән. Һабантуйҙа шулай уҡ һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу ярыштары, шашка уйындары ла ситтә ҡалманы. Байрамға килеүселәр күптән күрешмәгән яҡындары менән аралаша алды, йырлап-бейеп күңел асты. Һабантуйға килгән ҡунаҡтар яланда урынлашҡан тирмәгә инеп ҡарай алды, башҡорт милли биҙәүестәре, милли ҡомартҡыларҙы тотоп ҡараны. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ауылы Үҙәк милли китапханаһы тарафынан Атайсал тирмәһе урынлаштырылған. Төрлө биҙәүестәр район ауылдарынан йыйып алынған. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса, һабантуй байрамдарында спиртлы эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. Өҫтәүенә, санитар-эпидемиологик нормаларға иғтибар айырыуса ҙур. Ҡырмыҫҡалы районы халҡы күркәм саранан киләһе йылда ла осрашырға тигән ниәттәр менән таралышты. Әйткәндәй, 12 июнь, шәмбе көнө башҡа райондарҙа һабантуйҙар дауам итәсәк.
Республикала һабантуйҙар байрамы башланды
Тулыраҡ: Республикала һабантуйҙар байрамы башланды