“Нур” театры кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә

Тулыраҡ: “Нур” театры кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә

Был хаҡта Өфө татар театрының баш режиссёры Азат Йыһаншин белдерҙе. “Рәсәй” медиаүҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортостандың театр киләсәгенә арналған матбуғат конференцияһында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты вәкилдәре республика театрҙары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙенсәлектәре һәм быйылғы ҡабул итеү кампанияһына бағланған өмөттәре тураһында әңгәмәләште. Институт быйыл “Нур” театры өсөн студенттар ҡабул итә, әммә был башҡа абитуриенттар өсөн мөмкинлек сикләүҙе аңлатмай. Беренсе курсҡа яҙмышын театр менән бәйләргә теләгән талантлы йәштәр көтөлә. Документтар 18 июндә ҡабул ителә башлай. Абитуриенттар ижади һынау тота, ә берҙәм дәүләт имтихандары исемлегендә әҙәбиәт фәне мотлаҡ. Урта-махсус һөнәри белем биреү йорттарын тамамлағандар өсөн ҡабул итеү һынауҙары институтта ойошторола. Театр факультеты актёр һөнәрен биреүҙең ғәҙәти алымдары менән генә сикләнмәйенсә быйыл ике пилот проектын бойомға ашырырға ниәтләй. Коллектив актёр һәм оратор оҫталығы курстары менән заманса драматургия дәрестәрен ойошторорға әҙерләнә.