Нижегородка, Кооператив ялан биләмәләрен быйыл һыу баҫыуы ихтимал

Тулыраҡ: Нижегородка, Кооператив ялан биләмәләрен быйыл һыу баҫыуы ихтимал

Өфөлә йылғалар кимәленең 8 метрға күтәрелеүе күҙаллана. Был үткән йылдағы күрһәткестәрҙән 5-тән 28 процентҡа тиклем юғары. Көҙгө дымлылыҡ, ҡышҡы ҡар ҡатламының муллығы йылғаларҙағы һыу кимәленең күтәрелеүенә килтерә. Яҙғы айҙарҙа яуым-төшөм булған осраҡта Ағиҙел йылғаһының Өфөләге кимәле генә норманан 20 процентҡа юғары күтәрелеүе көтөлә. Был хаҡта ташҡынға әҙерлек буйынса республика комиссияһы ултырышында Росгидромет агентлығының Башҡортостан ойошмаһы етәксеһе Вилора Горохольская белдерҙе.Метеорологтар күҙаллауҙарына ярашлы гидротехник ҡоролмалар һыу ҡабул итеү мәленә әҙерләнә. Комиссия тарафынан республика һыуһаҡлағыстарында һыу һыйҙырыу күләмен киңәйтеү саралары раҫланды.