Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Айсина Зиндусова һаулыҡ һаҡлау министрлығынан 10 миллион һум күләмендә әхлаҡи зыян талап итергә йыйына. Ул 3 йыл буйына операция ваҡытында эсендә ҡалдырылған 20 сантиметрлыҡ медицина ҡоралы менән йәшәргә мәжбүр була. Эсе ауыртып табиптарға мөрәжәғәт итеү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Хәҙер зыян күреүсе ҡатын судҡа ғариза әҙерләй, табип хатаһы арҡаһында һаулығы ныҡ ҡаҡшап, эшһеҙ ҡалған ике бала әсәһе һаулыҡ һаҡлау министрлығынан 10 миллион һум әхлаҡи зыян талап итергә ниәтләй.
Табип хатаһы өсөн кем яуаплы?
Тулыраҡ: Табип хатаһы өсөн кем яуаплы?