Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы ултырыш һәм байрам кисәһе үтте. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. “Уҙған йыл ауыр булды. Пандемия менән көрәшкә табиптар менән бергә социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә сыҡты. Ҡатмарлы эшегеҙҙә уңыштар һәм оло рәхмәтемде белдерәм”, тине үҙ сығышында республика етәксеһе. Башҡортостан башлығы тармаҡ алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә инде 25 йыл тәрбиәсе булып эшләүсе Ләлә Яугилдина бар.
Социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне
Тулыраҡ: Социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне