Республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге беренсе ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Бөгөн үҙәк нисек эшләй һәм республика халҡы ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? Фирҙәүес Таңғатарова ковидка ҡаршы ситуация үҙәгендә беренсе көндән алып эшләй. Һөнәре буйынса китапханасы, әммә коронавирусҡа бәйле һорауҙарға яуап табырға ярҙам иткән колл-үҙәккә эшкә барырға тәҡдим иткәстәр, шунда уҡ ризалаштым, ти ул. Уҡытыусылар, табиптар, психологтар — ковидка ҡаршы ситуация үҙәге төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Колл-үҙәк операторҙары булып беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә эшләне. Ноябрь айынан бөгөнгөсә ковидка ҡаршы ситуация үҙәге 80 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Тәүҙә республика халҡы амбулатор ярҙам алыу кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итһә, хәҙер шылтыратыуҙарҙың күпселеге вакциянацияға бәйле. Йыл башында бер сменала 75 оператор эшләгән. Әле колл-үҙәктә алты оператор көн даумында шылтыратыуҙар ҡабул итә. Мөрәжәғәттәр һаны ла кәмегән. 3 меңдән 600-гә тиклем төшкән. “Торатау” конгресс-холлында урынлашҡан ковидҡа каршы ситуация үҙәге оҙаҡламай республика менән идара итеү үҙәгенә күсереләсәк. Бының турала республика Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр
Тулыраҡ: 80 меңдән ашыу мөрәжәғәттәр