Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын һәм ихаталарын ҡарап сыҡты. “Көнъяҡ” паркын төҙөүселәр йәй аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бында эштәр билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла һәм урындағы етештереүселәрҙең материалдары ҡулланыла. Подрядсы ойошмалар спорт, уйын зоналары, воркаут өсөн тренажерҙар урынлаштырырға йыйына. Икенсе өлөшө ял өсөн тәғәйенләнә. Парк уртаһында ҙур фонтан буласаҡ. Республика етәксеһе йәш әсәләр менән аралашты һәм уларҙан микрорайондағы төҙөлөш барышы тураһында ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров Ҡашҡаҙан паркында ла эштәр барышы менән танышты. Күл тулыһынса таҙартылған, 40 мең йөк машинаһы бысраҡ, сүп-сар һәм ҡойо сығарылған. Төбө тәрәнейтелгән, буйынан ямғыр һыуҙарын йыйыусы система һәм фильтр ҡуйылған. Күл буйында пляж, ял зонаһы, ресторандар, яхта-клубы, оркестр өсөн урын урынлашасаҡ. Парктта музыкалы фонтан эшләү ҡарала. Башҡортостан башлығы Ҡашҡаҙан Рәсәйҙә һыуҙа урынлашҡан иң яҡшы парк буласаҡ, тип билдәләне.
Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Өфөнөң паркттарын ҡарап сыҡты