Ауыл сәғәте

Тулыраҡ: Ауыл сәғәте

Антибиотик эҙҙәре булһа уны һөт ташыусы машина водителе үк асыҡлап шикле сеймалдан баш тарта ала. Өфө ҡала һөт заводы эшмәкәрлеге менән “Ауыл сәғәте” форматындағы күсмә ултырыш барышында Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү комплексы, лаборатория һәм складтарын ҡараны. Завод тәүлегенә 150 тонна тирәһе һөт эшкәртә. Сеймал Әлшәй, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән район хужалыҡтарынан ҡабул ителә. Әҙер продукция республика ҡала-райондарынан тыш сиктәш төбәктәргә лә оҙатыла. Цехтар заманса автоматлаштырылған ҡорамалдар менән йыһазландырылған, хеҙмәткәрҙәр сеймал менән туранан-тура эш итмәй, был иһә гигиена хәүефһеҙлеген нығытыу һәм һөттө тәрән эшкәртмәйенсә лә ҡулланыу ваҡытын оҙайтырға булышлыҡ итә. Предприятие директоры Илдар Фәйзуллин билдәләүенсә етештереү комплексын модернизациялау пандемия мәлендә лә туҡтатылмаған. Ауыл сәғәтенең күсмә ултырышында аҙыҡ һәм эшкәртеүсе сәнәғәтте үҫтереү программаһы, был өлкәлә йәрминкә эшмәкәрлеген ойоштороу йүнәлештәре билдәләнде.