Был хаҡта Максим Забелин сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры федераль штабтан республика өсөн вакцинаның өҫтәмә миҡдарын һорарға тәҡдим итә. Бөгөнгә төбәктә алынған вакцинаның 92 проценты ҡулланылған. Республика халҡының 360 меңдән ашыуына вакцинаның тулы миҡдарын һалынған. Төбәктә 170 вакцинациялау пункты эшләүгә ҡарамаҫтан республика башлығының социаль коммуникациялар идаралығында вакцина яһатыу мәсьәләһенә бәйле бихисап мөрәжәғәт теркәлә. Ҡайһы бер райондарҙа вакцина етмәү сәбәпле прививка яһатырға теләгәндәр бер нисә көн көтөргә мәжбүр. Башҡортостанда вакцинация үткәреү кимәле Рәсәйҙәге урта статистика күрһәткестәренә тиң.
Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле
Тулыраҡ: Төбәктә үлем осраҡтарының артыуы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле