Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Тулыраҡ: Коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫире

Өфө ғалимдары Томск хеҙмәттәштәре менән берлектә коронавирустың кеше ағзаларына тәьҫирен ентекле өйрәнә. Бындай тикшереү үткәргән үҙәктәр Рәсәйҙә һанаулы ғына. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ябай анализдар ярҙамында сирҙең эҙемтәләрен күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин буласаҡ. Илдар Кәбиров уникаль биоматериал менән таныштыра. Һыуытҡыста коронавирус менән сирләгән пациенттарың ҡан өлгөләре. Бөтәһе 10 меңдән ашыу проба. Үткән йыл ковид госпиталь асылыу менән БДМУ клиникаһында биологик банк та үҙ эшен башлаған. Хеҙмәттәшлек итеүгә меңдән ашыу кеше ризалыҡ белдергән. Биоматериал ауыр хәлдә булған пациенттарҙан ғына алынған. Йыйылған өлгөләр ярҙамында вирустың теге йәки был ағзаларға булған тәьҫирен ентекле өйрәнергә мөмкин, ти биобанк хеҙмәткәрҙәре. Пробалар араһында айырыуса ҡиммәтлеләре бар. Биологик банкта ҡан өлгөләре тиҫтә йылдар һаҡлана ала. Уның бер өлөшө күҙәнәктәр культураһы лабораторияһына оҙатыла. Әҙер сеймалды ғилми хеҙмәткәрҙәр ентекле өйрәнә. Лабораторияла етди эш бара. Ғилми хеҙмәткәрҙәр вирус күҙәнәктәрен быға тиклем тикшерелмәгән туҡымаларҙа эҙләй. Контролдә тотоу, тимәк вирустан бер аҙым алда булыу. Төп маҡсат - ағзаларҙың зарарланыу механизмын асыҡлау һәм етди эҙемтәләргә юл ҡуймау, ти лаборатория хеҙмәткәрҙәре. Ысулдарҙың иң һөҙөмтәлеһе — генетик кимәлдә тикшереү. Пациентты дауалау ысулын генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һайлау, шәхси медицинаға күсергә мөмкинлек бирәсәк, тигән фекерҙә ғалимдар. Дөйөм тикшереүҙең тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Сирҙең эҙемтәләрен, теге йәки был ағзаға тәьҫирен ябай анализ ярҙамында ғына ла күпкә иртәрәк асыҡларға мөмкин буласаҡ. БДМУ клиникаһында етди тикшереүҙәр менән бер рәттән, әһәмите яғынан бер ҙә ҡалышмаған эш  — вакцинация әүҙем бара. 18 йәше тулмаған һәр кем коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтә ала. Әлеге ваҡытта республикала 300 меңдән меңдән ашыц кеше тотош иммунизия үткән һәм был һан көндән-көн арта.