“Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

Тулыраҡ: “Горилла ММА Серияһы” йәнә Башҡортостанға ҡайта

12 июнь Өфө-Аренала Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң көслө көрәшселәре бер майҙанда осрашасаҡ. “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһында барлығы 11 көрәш була. Ойоштороусылар тамашасыларға ниндәй программа әҙерләгән? Башҡорт спортсылары турнирға нисек әҙерләнә? Махсус диета һәм үҙенсәлекле күнекмәләр. Башҡортостан көрәшселәре 12 июнь Өфө-Аренала үтәсәк Горилла ММА турнирына етди әҙерләнә. Һәр ярыш һәр спортсы өсөн яңы һынау, ти егеттәр. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сара һүҙҙең ысын мәғәнәһендә ММА ҡәғиҙәләре буйынса көслө, онотолмаҫлыҡ турнир буласаҡ. Бер майҙанда Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан спортысылары осрашасаҡ. Беҙҙең республика исеменән Ейәнсура районы егеттәре Ғайса Ҡотошев һәм Юнир Бикбаев ҡатнашасаҡ. Әле спортсылар Динамо стадионында урынлашҡан ММА үҙәгендә турнирға әҙерләнә. Турнир сиктәрендә барлығы 11 көрәш көтөлә. Сара башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыллығына арналған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тамашасылар өсөн үҙенсәлекле шоу-программа әҙерләнгән.11 июнь киске сәғәт алтыла Арт-квадрат майҙанында спортыларҙы алдан үлсәү церемонияһы үтәсәк. Ә 12 июнь киске сәғәт алтыла Өфө-Аренаһында Горилла ММА туринирының 34-се серияһы башланасаҡ.