Өфөлә Мөбәрәков урамында 12 ҡатлыҡ йорт янып китте

Тулыраҡ: Өфөлә Мөбәрәков урамында 12 ҡатлыҡ йорт янып китте

Дөрөҫөрәге йорттоң ҡыйығына ут ҡапты. Унда йәшәүселәр тиҙ арала имен урынға күсерелде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, техник ҡаттағы таҡталарға ут ҡапҡан. Янғынды һүндереүгә 21 берәмек махсус техника йәлеп ителде. Киске сәғәт туғыҙҙа ут һүндерелде.