Тикшереү күрһәтеүенсә, ҡайһы бер кешеләр йылғалар ярҙарынан сығып, йорттарын һыу баҫа башлаһа ҡайҙа шылтыратырға ла белмәй. Граждандарҙы иҫкәртеү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре шәхси секторҙа йәшәүселәр менән осраша. Янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге белгестәре һәр йортҡа һәм фатирға инергә тырыша. Улар махсус белешмәләр тарата һәм аңлатыу эштәре алып бара. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан урамдарҙы күптән һыу баҫҡаны юҡ. Халыҡ хатта һуңғы тапҡыр йылғаның ҡасан ярҙарынан сыҡҡанын да яҡшылап хәтерләмәй. Әммә, уяу булырға кәрәклеген онотмай. Күпселек ғаиләләр күптән йылға буйында йәшәй, ҡайһы берәүҙәр яңыраҡ ҡына йорт һалып сыҡҡан. Әммә, улар йылға ташасағын белеп, алдан әҙерлек саралары күргән. Альмира Минәеваның йорто йылғаға иң яҡыны. Оҙаҡ йылдар йәшәү осоронда ул нимәләр генә күрмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, оло ҡатын күсеп китергә, торлағын алыштырырға теләмәй. Быйыл Киров районында ғына 600-ҙән ашыу йортто һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Шуға күрә ошондай профилактик саралар уҙғарыла ла инде. Йылға ярҙарынан сыға ҡалһа, кешеләр өсөн махсус урындар ҙа ҡаралған. Йылға күтәрелә башлаһа, барлыҡ әйберҙәрҙе өҫкә күтәреп ҡуйырға кәрәк. Бынан тыш, электр энергияһын һүндереү зарур. Рейд көндөҙ уҙғарылды. Шуға ла эшкә яраҡлыларҙың барыһы ла тиерлек өйҙә юҡ ине. Тимәк, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған йорт хужаларына һәр ваҡыт хәбәрҙар һәм уяу булырға кәрәк.Әгәр һеҙҙең йортоғоҙ йылғаға яҡын урынлашһа, ташҡынға алдан әҙерләнергә кәрәк. Белгестәр һәр ваҡыт бәйләнештә булырға кәңәш итә. Шулай уҡ, телевизор ҡарарға, радио тыңларға тәҡдим ителә. Унда оло һыуҙың кимәле тураһында мәғлүмәт биреләсәк. Быйыл яҙ иртә килә. Синоптиктар һауа температураһы юғары буласаҡ һәм яуым-төшөм көтөлә, тип фаразлай. Шуға күрә, ташҡындың норманан юғарыраҡ буласаҡ, тип иҫкәртә белгестәр.
Халыҡ ташҡынға әҙерме?
Тулыраҡ: Халыҡ ташҡынға әҙерме?