Өфөлә атеросклерозды дауалау буйынса уникаль операциялар үтте. Яңы алымды Башҡортостан табиптары Ҡарасай-Черкес республикаһынан килгән хирург ярҙамында үҙләштерҙе. Ҡан тамырҙары стеналарында зарарлы матдәләр, холестерин йыйылып, уның тарайыуы, йәғни атеросклероз мәкерле һәм үлемесле сирҙәрҙең береһе. Ауырыу тәүҙә үҙен бөтөнләй һиҙҙермәй һәм күп кешенең ғүмерен өҙә. Уны тик операция ярҙамында ғына дауаларға мөмкин. Ошо йүнәлеш буйынса беҙҙең республика табиптары Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эш алып бара. Ҡарасай-Черкес республикаһынан махсус саҡырылған медицина фәндәре докторы Марат Темрезов Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары менән берлектә ауыр хәлдәге өс пациентҡа операция планлаштырған. Уларға аяҡ ҡан тамырҙарының атеросклерозы диагнозы ҡуйылған.Ғәҙәттәгесә, атеросклероздан өлкән йәштәге ирҙәр яфалана. Операция өҫтәлендә ятҡан пациент та, 70 йәшен уҙған ир. Уға янбаш тәңгәлендәге ҡан тамыры аша операция яһала. Уның барышын пациент та, табиптар ҙа экрандарҙан күҙәтә. Медицина өлкәһендәге яңы асыш – “стент” әле Рәсәйҙең бер-нисә алдынғы клиникаларында ғына ҡулланыла.Был стент – цилиндр формаһында махсус әҙерләнгән металл көпшә. Ул һығылмалы, нисек әйләндерһәң дә, бөкләһәң дә һынмаясаҡ. Шуға ла тап уны тубыҡ аҫтындағы ауырыу ҡан тамырына индереп ҡуялар.Тәүҙә хирургтар ҡан тамырын барлыҡҡа килгән йөйҙән таҙарта, аҙаҡ имплантты урынлаштыра. Тимер көпшә ҡан тамырының тарайыуын туҡтата. Һөҙөмтәлә йәшәүгә өмөтө лә ҡалмаған пациент, операциянан һуң икенсе көндө үк яңынан аяҡҡа баҫа.
Заман ҡаҙаныштары–медицина өлкәһендә
Тулыраҡ: Заман ҡаҙаныштары–медицина өлкәһендә