Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне

Тулыраҡ: Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды билдәләне

Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 447-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне. Ғәҙәттәгесә, байрам Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Төп байрам саралары Ленин майҙанында, “Ватан” паркында һәм Ағиҙел ярында үтте. Ергә ҡаҙалған ҡылыс рәүешендә эшләнгән һәйкәл — был тыныслыҡ билдәһе. Уны ике яҡлап рус һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙы һаҡлай. Халыҡтар берҙәмлеген билдәләүсе Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән. Рәсәй көнөндә тантаналы сара тап ошо һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланды. Рәсми саралар шулай уҡ Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символы, республикабыҙҙың визит карточкаһы, халҡыбыҙҙың көслө рухын һәм батырлығын һынландырыусы Салауат Юлаев һәйкәле һәм күренекле башҡорт шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәлдәре эргәһендә дауам итте. Бер көндә 3 ҙур байрам. Рәсәй көнө, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға – 447, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыу уңайынан тантаналы саралар ойошторолдо. Быйыл бар төп сараларға тағы ла бер тантана ҡушылды. Ленин районының барлыҡҡа килеүенә 85 йыл. Иртән һауа торошоноң әҙерәк ямғырлы булып тороуы ла бер кемде әллә ни борсоманы. Ҡаланың бөтә райондарында ла байрам тамашаһы уҙғарылды. Эпидимиологик хәүефһеҙлек саралары теүәл башҡарылды. Иң төп тантаналар Ленин исемендәге майҙанда, Яҡутов паркында, Торатау конгресс холында, Ватан этнопаркында, Ағиҙел ярында,район парк һәм ял итеү урындарында үтте. Байрам сиктәрендә Өфө мэры Сергей Греков “Һуғыш балалары” танытмаһын тапшырҙы. Башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көн сараларға бай булды. Сағыу концерт менән бер юлы спорт ярыштары тамашасының иғтибарын йәлеп итте. Ватан паркы бәләкәй генә һабантуй майҙансығын хәтерләтте. Төрлө милли уйындар ойошторолдо. Ыҡсым ғына тирмә һәм эргә-тирәһендәге көнкүреш әйберҙәр урын алды. Ә майҙандың иң төп өлөшө – милли көрәш. 100-ҙән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны. Милли көрәш буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына төрлө турнирҙа ҡатнашҡан республиканың иң аҫыл егеттәре – чемпиондар, спорт мастерҙары ҡатнашты. Төшкә табан бер аҙ көн асылып ҡояш сығыу менән һауа транспорты, Ағиҙел йылғаһынан иһә йылға суднолары парады үтте. Бер-бер артлы йөҙгән кәмәләр, катерҙар, катмаран, теплоходтарҙы, вертолет һәм самолеттарҙы халыҡ ҡул булғап ҡаршы алды. Ағиҙел ярында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә үҙенә ҡыҙыҡлы шөғөлдәр тапты. Милли оркестр уйыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы, бәғзеләр парлашып вальс бейене. Көн дауамында барған сағыу байрам программаһы салют менән тамамланды.