Махсус техника ”Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә Рәсәй көнө уңайынан тапшырылды. Алты модернизацияланған автоцистерна Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Өфө, Белорет, Нуриман, Туймазы райондарына юлланасаҡ. Йыл башынан алып республика райондарына 38 берәмек янғынға ҡаршы махсус техника һатып алынған. Уның дөйөм хаҡы - 73.5 млн һумдан ашыу. Төп маҡсат — янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү, төбәктә янғын хәүефен мөмкин тиклем кәметеү. Ҡеүәтле техниканың мөмкинлектәре күп. Хөкүмәт премьер -министры үҙе автоцистернала йөрөп ҡараны һәм техник базаһын ыңғай баһаланы. Махсус машинаны ташҡын осоронда насос, ә ҡышын буксир итеп ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды
Тулыраҡ: Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды