Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Тулыраҡ: Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән Әбделхай һәм Ҡаһарман Ғөбәйҙуллиндарҙың тыуыуына ошо көндәрҙә 100 йыл. Улар рухына аят уҡылды. Һәр нәҫелдән мәрхүм туғандарына бағышлап ҡорбан салынды. Сараға илдең төрлө тарафтарында йәшәгән ырыуҙаштар ҡайтҡайны, барлығы 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Шәжәрә ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әүерелде. Һәр быуын танышып, аралашып күңел асты, милли уйындарҙа сәмләнеп көс һынашты, сәхнәлә моң-бейеүгә маһирлығын күрһәтте.