Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна уҙғарыласаҡ ултырышта ҡабул ителәсәк тип көтөлә. Республика хөкүмәтендә йәнә үҙгәрештәр. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары, шул уҡ ваҡытта ведомство башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп барыһына ла билдәле Алан Марзаев тәғәйенләнде. Ә быға тиклем ошо вазифаны биләгән Ирина Голованова уның урынбаҫары була. Башҡортостандың фәндәр академияһы Президенты вазифаһы - һайланғансы тиклем Камил Рамаҙановҡа йөкмәтелде. Республика башлығының ошо турала бойороғо донъя күрҙе. Уларҙың барыһына ла ҙур бурыстар йөкмәтелә. Быға тиклем төбәктә ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыу буйынса ведомство-ара комиссия булдырылғайны. Унда ғалимдар, йәмәғәтселек һәм төрлө белгестәр инә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров комиссияның эшмәкәрлеген бигерәк тә Урал аръяғында көсәйтергә ҡушты. Сөнки тап был райондарҙан ялыу һәм мөрәжәғәттәр күп килә. Был аҙналағы оператив кәңәшмәлә тағы бер ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Ул да башҡорт райондары йәшәйешенә, үҫешенә ҡағыла. Радий Фәрит улы ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, яңы ведомство Урал аръяғын электр энергияһы менән тәьмин итеүгә яуаплы була. Яңы комиссияны Башҡортостан башлығы үҙе етәкләй. Коронавирусҡа бәйле хәл тикшерелде. Сөнки, башҡа төбәктәрҙә Ковид-19 менән сирләүселәр арта. Бигерәк тә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында хәл ҡатмарлы. 3-сө июлдә республика Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеүҙе иҫәпкә алып Башҡортостан башлығы борсолоу белдерҙе. Пандемия башланғандан алып 39 мең 561 кеше коронавирус йоҡторған. Әле дауаланған пациенттарҙың 95 проценты вакцина эшләтмәгән. Был көндәрҙә республикаға 40 мең доза килтерелгән, алдағы көндәрҙә тағы ла 70 мең ҡайтарыла. Башҡортостан башлығы вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында аңлатыу эшен көсәйтергә ҡушты. Кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса аҙналыҡҡа йомғаҡ яһалды. Беренсе тапҡыр ул 5 көн дауамында барҙы һәм һәр көнө төрлө темаларға арналды. Бизнес вәкилдәре бөтә яҡлап белемен камиллаштырҙы, белгестәр менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашты, яңы мөмкинлектәр өйрәнде. Был аҙнала Һөт кухняһының Саҡмағош ауылында таратыу пунктты асылды. Хәҙер ул 200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Мохтаж ғаиләләрҙе һөт продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн республиканың төрлө төбәгендә ошондай 7 үҙәк һәм 135 пункт булдырылған. Улар 25 мең самаһы балаға бушлай сифатлы һәм файҙалы ризыҡ тарата. Һөт кухняһы продукцияһына хәҙер махсус приложение аша ғариза бирергә мөмкин. Һылтанма аша бөтә кәрәкле документтарҙы ла ебәрергә була. Йәғни, бынан ары барып йөрөргә кәрәкмәй. Был иһә халыҡтың ваҡытын сарыф итмәй һәм льготаны тиҙерәк юлларға мөмкинлек бирә. Белгестәр әйтеүенсә, ошондай тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә юҡ. Өфөлә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының этабы үткәйне. Унда Башҡортостан уҡыусылары уңышлы сығыш яһап, ил командаһы составында халыҡ-ара ярыштарға саҡырыу алды. Төбәк этабына йомғаҡ яһап, Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республиканың башҡа уңыштары тураһында ла бәйән итте. Республика хөкүмәте ағзалары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ауыл хужалығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр, транспорт тәьминәте, һабантуйҙар, Башҡортостан юлдарындағы хәл буйынса ла доклад тыңланы. Уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса Радий Хәбиров аныҡ күрһәтмәләр биреп, уларҙы үтәү ваҡытын билдәләне.
Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны
Тулыраҡ: Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны