Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, киләсәген дәүләт эшмәкәре вазифаһында күреүе тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығын ваҡытлыса уның урынбаҫары полиция полковнигы Владимир Севастьянов етәкләй.
Динар Ғилметдинов отставкаға китте
Тулыраҡ: Динар Ғилметдинов отставкаға китте