Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың мәғлүмәт партнеры булып, еңеүселәргә РТРС ойошмаһы менән бергә махсус бүләктәр тапшырҙы. Таныш булығыҙ. Ишембайҙағы “Ретро шлягер” конкурсының беренсе еңеүсеһе Сәлимә Ғәрифуллина. Бөрйән районындағы Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе йырсының яҙмышы ла йырға тиң. Яман шеш менән ауырып, аяҡҡа баҫҡан Сәлимә Ғәрифулина әйтеүенсә, тап йыр уға үлемесле сирҙе еңергә һәм биш балаһын тәрбиәләргә ярҙам итә. “Ретро шлягер” конкурсы республика кимәлендә тип кенә билдәләнһә лә, уның географияһы киң. Был ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһенән. Һөнәрҙәре сәхнәгә бөтөнләй яҡын түгел. “Ретро шлягер” конкурсы бөгөндән Ишембайҙың мәҙәни бренды. Йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы, ике федераль округтан килгән йырсылар. Былар сараның күләмле булыуын раҫлап ҡына ҡалмай. Уның тағы ла бер мәғәнәһе бар. Бөгөн тамашасылар, тимәк халыҡ, сифатлы, мәғәнәле йырға сарсаған. Был артистар конкурстың төркөмдәр номинацияһы еңеүселәре. Ҡырғыҙ-Миәкәләге музыка мәктәбе уҡытыусылары төп бүләкте үҙҙәрендә ҡалдырмай. Телевизорҙы улар балаларға бүләк итәсәк. Ишембайҙағы ретро йырҙар конкурсы Башҡортостандағы иң популяр композиторҙар һәм иң таралған йырҙарҙы ла асыҡларға ярҙам иткән. Ҡатнашыусыларҙың һәр өсөнсөһө тиерлек Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған йырҙарҙы башҡарған. Ә бына иң яратҡан йырҙар иһә мөхәббәт тураһында булып сыҡҡан. Ишембайҙағы конкурс шөһрәт түгел, ә тамашасы өсөн. Был ысынлап шулай. Алтмышынсы, етмешенсе һәм һикһәненсе йылдарҙағы йырҙарҙы тыңлаусылар ошо фекерҙә. Йырҙың йыртығы юҡ тиһәләр ҙә, бөгөнгө бер көнлөк йырҙар ретро композициялар янында тишек кенә түгел, ә ысын мәғәнәһендә йыртыҡ булып ҡала. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов ошо фекерҙә. Улар бер ҡасан да юғалмаясаҡ. Сөнки был йырҙарҙың башҡарыусылары бар. Ишембайҙағы “Ретро шлягер” асыҡ республика конкурсы еңеүселәре әле генә билдәләнһә лә, йыр бәйгеһен ойоштороусолар киләһе ярыштарға әҙерләнә. Быйыл йөҙ башҡарыусы сәхнәгә сыҡһа, киләһе йылда уларҙың кәм тигәндә лә биш йөҙ булыуы ихтимал.
“Ретро шлягер” конкурсы
Тулыраҡ: “Ретро шлягер” конкурсы