Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Тулыраҡ: Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете Юнир Бикбаев сираттағы профессиональ көрәшенә ентекле әҙерләнгән. Октагонға сығыр алдынан иң мөһиме башыңды кәрәкмәгән уйҙарҙан бушатырға, ти буласаҡ чемпион. Баҫалҡылыҡ һәм аяуһыҙлыҡ. Тап ошо сифаттар арҡаһында башҡорт егете Юнир Бикбаев үҙенең сираттағы еңеүен яулай. Беренсе раундың 4-се минутында Ҡырғыҙстан көрәшсеһен техник нокаут менән ала. Тағы бер Башҡортостан көрәшсеһе Тимерхан Тимерханов та профессиональ карьераһындағы бишенсе еңеүен техник нокаут менән ҡаршылай. Тап ММА үҙәгендә шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәләрен бирә, ти спортсы. EFC промоушены чемпионы Руслан Яманбаев “ММА Горилла” туринирын юғары баһаланы. Көрәшселәрҙең турнирға яҡшы әҙерләнеүе, матур сығыштары һәм лайыҡлы еңеүҙәр. Һәр спортсы үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә тырышты, ти Руслан. Барлығы туринирҙа республика исеменән 4 спортсы сығыш яһаны. Шуларҙың өсәүһе ышаныслы еңеү яуланы. Башҡортостандың ММА Федерацияһы президенты Руслан Зарипов әйтеүенсә, сара башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев рухына арналыуы егеттәргә тағы ла дәрт өҫтәй. Кисәнең төп ваҡиғаһы – Александр Дуриманов һәм Али Машраповтың сығышы. Көсөргәнешле көрәштә судья ҡарары буйынса билбауҙы Краснодар ҡалаһы спортсыһы Александр Дуриманов яулай. Башҡортостанда үткәрелгән спорт саралары араһында ММА-Горилла турниры иң сағыу сараларҙың береһе булып тарихта ҡала. Киләсәктә был турнир даими үткәреләсәк тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.