500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Тулыраҡ: 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә. Тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы ла бар. Бер-береңдең фекеренә ҡолаҡ һалып, бер маҡсатҡа ынтылыу. Аталы уллы Ришат һәм Азат Күзбәковтар табип- неврологтар. Береһенең хеҙмәт стажы 30 йылдан артһа, икенсеһенеке -15. Ришат Күзбәков Өфө медицина институтын тамамлағас Мәләүез район дауаханаһында эш башлай. Ябай табип, бүлек мөдире, баш табип вазифаһына тиклем үрләй. Ә ғаиләлә улар 6 бала үҫә. Барыһы ла изге һөнәр эйәләре. Өс невролог, 2 теш табибы һәм отоларинголог. Ояһында ни күрһә осҡанында шул булыр, тиҙәр. Азатты бәләкәй сағынан педиатр әсәһе йыш ҡына үҙе менән өйҙән-өйгә балаларҙы ҡарарға алып йөрөй. Атаһы менән невролог кабинетында ла йыш ултырыра тура килә уға. Шулай булғас мин башҡа һөнәр хаҡында уйламаным да, ти Азат. Гиппократ антына тоғро ҡалып көн һайын сәләмәтлек һағында Күзбәковтар. Азаттың ике туған ҡустыһы Камил Өфө ҡалаһында теш табибы- хирург булып эшләй. Ул да атһының эҙҙәренән килә. Рабинур Күзбәковты Мәләүездә белмәгән кеше юҡтыр. Күзбәковтар алты бала – алты табип. Иң өлкәндәре Рәстәм, унан Ришат, Әлиә, Альбина, Рабинур һәм Әлфиә. Уларҙың тормош иптәштәре лә ошо һөнәр эйәләре. 13 ейән-ейәнсәрҙең 11-е ата-әсәһе һөнәрен дауам итеүсе. Кейәү-килендәре араһында ла башлыса медицина белгестәре.Бөгөн улар барыһы бергә йыйылған.5 тиҫтәгә яҡын кеше араһынан мәктәп балаларын иҫәпләмәгәндә, 85 проценты табиптар. Тот та дауахана ас. Ситтән бер кемде лә эҙләргә тура килмәйәсәк. Ә династияның тарихы бөйөк ватан һуғышы йылдарынан бөрөләнә. 1942 йыл.. Сөләймән Күзбәков ауыр хәлдә медсанбатҡа эләгә. Өмөтһөҙ тип уны икенсе палатаға оҙатырға итәләр. Бәхеткә күрә табип ҡыҙ- медицина хеҙмәте капитаны һалдаттың документтарынан яҡташы икәнен белеп ҡала һәм нисек тә ярҙам итеү теләге тыуа. Әгәр атайҙары менән һуғышта булған ошо осраҡ балаларҙың күңелдәрендә һөнәргә ҡарата ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятһа, әсәйҙәре мәктәп эскәмйәһенән төплө белем бирә. Күзбәковтарҙың бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы. Бөйөк ватан һуғышы ветераны Сөләймән Күзбәковтың теләге тормошҡа аша, ул ғына ла түгел табиптар династияһы ҙурая ғына бара. Сит илгә, сит төбәккә сығып китеү мөмкинлеге һәр саҡ бар, әммә Күзбәковтар тыуған төйәгенең патриоттары ла.