“Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ

Тулыраҡ: “Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ

Тапбитар дауаханаларҙа ғына түгел, шифаханаларҙа ла кешеләрҙең һаулығы һағында. Башҡортостаныбыҙҙың күркәм шифаханаларының береһе – Ҡарағай, ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ. Бер йыл самаһы ул ковид обсерват булараҡ эшләне. Был ваҡыт арауығында ял йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөтә корпустар ҙа тиерлек капиталь ремонтлаған. Биләмәләр хәҙер гөл-баҡсаны хәтерләтә. Йөҙйәшәр ҡарағайҙар, Мәсетле ерендә генә булған шифалы батҡаҡ һәм ярты быуат дауамында тупланған дауалау тәжрибәһе. Бындай өҫтөнлөк менән башҡа шифаханалар маҡтана алмай. Тап шуның өсөн дә Башҡортостандан тыш, Екатеринбург, Силәбе, Пермь һәм илдең башҡа алыҫ төбәктәренән дә бында даими рәүештә сәләмәтлеген нығытыусылар күп. Тынғыһыҙ етәксе Рәмил Рафаэл улы корпустарҙа барған яңыртыу эштәрен етди контролдә тота. Шифаханаға килгән һәр кем ял йортонан сәләмәтлеген нығытып,йылы хистәр менән ҡайтырға тейеш, ти ул. Донъялағы эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотҡанда, әле сит тарафтарға сығып ял итеү хәүефле эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә битараф булмаған замандаштарыбыҙ туған ерҙә сәләмәтлекте нығытыуға өҫтөнлөк бирә. Тап шуны күҙ уңында тотоп Ҡарағай шифаханаһында күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты мөмкин тиклем заман талаптарына яраҡлаштырыла. Ябай номерҙарҙан тыш, люкс бүлмәләр һанын арттырыуға өлгәшелгән. Ә туҡланыуға айырым иғтибар. Шифахана талаптары буйынса әҙерләнгән сифатлы ризыҡ өҫтәлдәрҙә бер ҡасан да артып ҡалмай. Тын юлдары ауырыуҙары, нерв системаһы,тире,һөйәк-мускулдар, урология һәм башҡа сирҙәрҙе бында уңышлы дауалайҙар. Фәнни эҙләнеүҙәр нигеҙендә эшләнгән дауалау алымдары яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Бөгөн шифахана 300 гә яҡын кешене бер юлы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Йәй башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан шифаханала сәләмәтлеген нығытыусылар һаны көндән-көн арта бара. Ҡарағай шифаханаһы үткән бер-ике йыл эсендә Башҡортостандың йөҙөк ҡашына әйләнде, тиһәк-бер ҙә хата булмаҫ. Урындағы тәбиғәттең шифалы үҙенсәлектәре менән заманса дауалау алымдарын берләштергән комплекс ул хәҙер. Тимәк, һәр кемдең бында килеп Европа стандарттарына ярашлы дауаланыу һәм ял итеү мөмкинлеге бар.