Уның төп маҡсаты — каникул осоронда балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү.Операция барышында юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекторҙары балалар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына әңгәмә ҡорасаҡ. Уҡыусыларҙы конкурстар һәм викториналар көтә. Бынан тыш, водителдәрҙең кескәй пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүенә айырым иғтибар бүленәсәк. Быйыл ике айҙа республиканың баш ҡалаһында балалар ҡатнашлығында 17 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бәлиғ булмаған 18 бала йәрәхәттәр алған. Дүрт осраҡта улар үҙҙәре ғәйепле.
Дәүләт автоинспекцияһы 8 апрелгә тиклем «Иғтибар — балалар!» операцияһын уҙғара
Тулыраҡ: Дәүләт автоинспекцияһы 8 апрелгә тиклем «Иғтибар — балалар!» операцияһын уҙғара