Һалҡын ҡышлы төбәктәргә хас был мәсьәлә беҙҙең республикаға ла яҡшы таныш. Көҙҙән тигеҙ ҡалған юлдар яҙын соҡорланып өлгөргән һәм тиҙ төҙөкләндереүгә мохтаж. Уларҙың торошон белгестәр менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла тикшерҙе.Юлдағы соҡорҙар беҙгә яҡшы таныш калабашка ярҙамында иҫәпләнә. Соҡор үлсәмдәре 600-гә 150, ә тәрәнлеге 50 миллиметр икән, тимәк, ул төҙөкләндереүҙе талап итә.Башҡала төҙөкләндереү хеҙмәте ошо көндәрҙә тәүлек әйләнә эш тәртибенә күсте. Юлдар торошон даими тикшереүҙе дежур төркөмдөр генә түгел, юл хужалығы оҫталары ла алып бара. Асыҡланған соҡорҙарға махсус технология буйынса дөрөҫ дүртмөйөш формаһы бирелә, артабан улар сүп-сарҙан таҙартылып, дымдан киптерелә. Әҙер соҡорға иһә шыйыҡ асфальт ҡойолоп тиҙ үк тигеҙләп ҡуйыла. Ҡойолған асфальттың бер тоннаһы бары 6 квадрат метрға етә, шуға ла уны заводтан йыш ташырға тура килә. Дим биҫтәһе юлдарын төҙөкләндереү өсөн уртаса 300 тонна ошондай асфальт кәрәк, ти район төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Рәшитов. Быйыл юлдар айырыуса ныҡ емерелгән, сөнки яҙ башынан һауа температураһының йыш алмашыныу осрағы алтмыш тапҡырҙан ашҡан. Мәғлүм булыуынса, юлдарҙағы соҡорҙар тап йылынан һуң ҡапыл туңдырыу сәбәпле киңәйә. Ҡойолған асфальт йылыла тиҙ кибә, әммә һыуыҡта юлдарҙың яңынан сафҡа инеүен 6 сәғәт самаһы көтөргә кәрәк. Юлдағылар өсөн бындай төҙөкләндереү эштәре бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, оҙаҡҡа түгел. Бары иртә яҙҙың яғымлы йылыһы көттөрмәһә ине.
Юлдарҙың ҡарҙан асылған мәле автотранспорт йөрөтөүселәр өсөн һынауҙар осорона әйләнә
Тулыраҡ: Юлдарҙың ҡарҙан асылған мәле автотранспорт йөрөтөүселәр өсөн һынауҙар осорона әйләнә