Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хәбәр итте.Бөгөн республикала урыны менән көслө ел сығасаҡ.Иртәгә төньяҡта бер аҙ, ә көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуасаҡ, урыны менән буран сығасаҡ, юлдарға көрт һаласаҡ, ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк. Ҡотҡарыусылар электр бағаналары, ағастар, реклама таҡталары янынан алыҫыраҡ йөрөргә, юлды аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға, водителдәргә йыраҡ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә
Тулыраҡ: Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә