Республика ярҙамы менән донъя баҙарына сыҡҡан завод, импортты алмаштырыу мөмкинлектәре, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Белорет һәм Учалы ҡалаларына булған эш сәфәрендә ошо йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирҙе. Радий Хәбиров Рәсәйҙәге иң эре металл продукцияһы эшләүсе предприятиеларҙың береһе — Белорет металлургия комбинатында тимер сымдар етештереү буйынса яңы цехҡа старт биреүҙә ҡатнашты. Әлегә комбинатта 220 млн һумлыҡ дүрт заманса һуҙыу ҡоролмаһы урынлаштырылған. Тиҙҙән улар һаны 12-гә еткереләсәк. Проект Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фонды ярҙамында бойомға ашырыла. Был — Көньяҡ Урал үлсәү ҡорамалдары етештереү заводы. Белоретта урынлашҡан был ҡеүәтле предприятиеның да эшмәкәрлеге һәм киләсәккә маҡсаттары Радий Фәрит улының иғтибар үҙәгендә. Ҡасандыр һәүәҫкәрҙәр генә башлап ебәргән бәләкәй цех 18 йыл эсендә донъя кимәлендә эшләүсе заводҡа әйләнгән. 2019 йылдан бүленә башланған республика субсидиялары һәм гранттар предприятиены импортты алмаштыра алыусы сәнәғәт ойошмалары рәтенә күтәрергә ярҙам итте. Ҡайҙа ғына булмаһын, республика башлығы урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләргә туҡталырға ваҡыт таба. Учалыға сәфәрендә Радий Фәрит улы күптән түгел асылған Афғансылар скверында халыҡ менән осрашты. Һорауҙар төрлө: социаль ташламалар, “Башҡорт ихаталары” проектының бойомға ашырылыуы һәм вакцинациялау. Ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Учалылар был юҫыҡта дәүләт программаларын ҡуллана. Афған кампанияһында һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә ҡоролған сквер ошоно дәлилләй. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә үткән йылда бында 26 млн һумға төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Скверға бөтә яҡтан да инергә була, ҡасандыр ҡуйылған ҡоймалар урынына ҡыуаҡтар ултыртылған, йәйәүлеләр өсөн гранит плиталар һалынған. Әйткәндәй, плиталарҙы Учалының «Уралташ» предприятиеһында етештерәләр. Ғөмүмән, Учалыла төҙөлөш материалдарын етештереү йылдам бара. Ашығыс һәм ҡыҙыу темпта күтәрелгән ковид госпиталдәрҙе, мәҫәлән, тап шул заводтарҙың береһе материалдар менән тәьмин итте. 1975 йылда асылған Учалы ҡатырға һәм рубероид етештереү заводы урынында хәҙер Европалағы иң ҙур биш предприятие исемлегенә ингән “Технониколь” корпорацияһының алты заводы урынлашҡан. Шуларҙың береһе — “Техноплекс” – Башҡортостанда йылытыу-изоляция материалдарын етештереүсе берҙән-бер завод. “Әр-Рәхим” мәсетен һәм тағы ла тиҫтәләгән ҙур социаль объекттарҙы төҙөүҙә лә ошонда сығарылған йылытыу-изоляция плиталары - пенополистирол ҡулланыла. 60 мең м3 тәғәйенләнгән склад үҙе бер ҡаланы хәтерләтә. Автоматлаштырылған цехтарҙа тәүлегенә 900-1500 м3 материал етештереп төрәләр. Завод биләмәһендәге 3 тимер юл тармағы аша артабан улар илдең төрлө тарафтарына оҙатыла. Радий Фәрит улы яңы төҙөлә башлаған цех менән дә танышты. Уның майҙаны 1900 м2 тәшкил итә. Был цехта быяла-туҡымаға битум яғыла һәм ул артабан ҡыйыҡтарҙы ябыуҙа ҡулланыла. “Технофлекс” заводында ла тиҙҙән эште тулыһынса роботлаштырыу башланасаҡ. Әлегә хеҙмәткәрҙәр бер робот-ҡоролманы һынай. Быға тиклем әҙер продукцияны төрөү өсөн ике кеше кәрәк булһа, хәҙер барыһын да автомат башҡара. Төбәк етәксеһенең эш сәфәре графигында Учалы ҡатырға — рубероид заводы нигеҙендә 2000 йылда эш башлаған “Николь – Пак” заводының эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа бар ине. Николь-Пак заводында ҡумталар өсөн ошондай ҡағыҙ етештерәләр, ә бының өсөн илдең Урал, Волга буйы төбәктәренән макулатура килтерелә. Заводта тәүгеләрҙән булып ҡатырға эшләү цехы асыла, унда макулатура, алама сепрәктән һәм ағас ҡалдыҡтарынан япма өсөн ҡатырға етештерә башлайҙар. 2003-2004 йылдарҙа үткәрелгән реконструкциянан һуң заводтың етештереү мөмкинлектәре арта — шыма ҡатырға һәм гофрлы ҡағыҙ етештереү яйға һалына, ә 2010 йылдағы 38 млн евролыҡ реконструкция целлюлоза етештереү ҡеүәһен өҫтәй, тағы 4 йылдан уның етештереү ҡеүәтен 40 мең тоннаға арттыралар. Оҙонлоғо 160 метрҙан торған ҡағыҙ эшләү машинаһынан 2,5 сәғәт эсендә әҙер продукция алалар. 1 тонна целлюлоза өсөн 1110 кг макулатура кәрәк, ә йылына завод 145 тонна ҡағыҙ етештерә һәм уны Ҡаҙағстан, Татарстан, Үзбәкстан, Рәсәйҙең Урал, Себер төбәктәренә оҙата. Радий Фәрит улын сәнәғәт предприятиеларын модернизациялау менән бер рәттән компанияларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйле саралары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Был мәсьәләнең мөһим булыуын һәм ул дәүләт кимәлендә һәр ваҡыт контролдә буласағын белдерҙе ул.
Импортты алмаштырыу, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар
Тулыраҡ: Импортты алмаштырыу, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар