Хәтер шәме

Тулыраҡ: Хәтер шәме

Өфөнөң Совет майҙанын үҙгәртеп ҡороу һәм генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен урынлаштырыу киләһе йылдың 9-сы майына тиклем тамамланырға тейеш. Яңыртылған майҙанды асыу тантанаһы иһә Еңеү көнөндә көтөлә. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Хәтер шәме” сараһында белдерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу көнөнә арналған акцияла ҡатнашыусылар 1 мең 418 шәм тоҡандырҙы. Был шәмдәр һаны Бөйөк Ватан һуғышы көндәренә тиң. Ә Совет майҙанынан иһә Башҡортостан үҙ улдары һәм ҡыҙҙарын илде һаҡларға оҙатҡан. Тап ошо майҙанда Милли музейға генерал Миңлеғәли Шайморатовтың “Рәсәй геройы” йондоҙон тапшырыу тантанаһы үтте. Киләһе йыл иһә легендар яҡташыбыҙҙың бронзанан ҡойоған һәйкәле ошо майҙанда урын аласаҡ. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең генераль советы сәркәтибе Андрей Турчак та был проектҡа ярҙам буласағын әйтте.