Быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ветеран

Тулыраҡ: Быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ветеран

22-се июнь тарихтағы иң ҡурҡыныс даталарҙың береһе. Был көндә яу яландарында ятып ҡалғандар, алынған яраларҙан госпиталдәрҙә вафат булғандар, концлагерҙарҙа үлгәндәр иҫкә алына. 99-сы йәшен ҡыуған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әлиә Мусина ла ул көндәрҙе бөгөнгөләй хәтерләй. 1941-се йылдың 21-се июне. Бер ни белмәгән егет-ҡыҙҙар ихлас йылмая. Һуғыш башланғанын ишетеү, аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек булды, тип хәтерләй 99-сы йәше менән барыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Әлиә Хәсәнйән ҡыҙы. Һуғышҡа алынмағас, нисек булһа ла тыуған иленә, халҡына ярҙам итергә теләгән ҡыҙ Бәләбәй ҡалаһынан ете саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Исмәғил ауылына йөрөп балаларға биология фәнен уҡыта башлай. Ситтән тороп юғары уҡыу йортона ла инә. Ике йылдан үҙ теләге менән Сталинград фронтына элемтәсе итеп алына. Дәһшәтле һуғыш йылдары күптән инде артта ҡалды. Тик ул һалған тәрән яралар, йөрәк йәрәхәттәре һаман һыҙлай. «Саласпилс» концлагеры балалар ҡан фабрикаһына әүрелә, 5 йәштәрен саҡ тултырған балалар ҙа фашистар урҙғарған төрлө медицина Эксперименттарына дусар булып, ыҙалап йән бирәләр. Үҙенең 98 йәшендә Әлиә Хәсәнйән ҡыҙы һуғыш тураһында түкмәй-сәсмәй ентекләп һөйләй. Хәтерҙә ас-яланғас балаларҙың беҙҙең ҡаршыға йүгереп сығыуҙары, китеп барышлай ғына ҡулъяулыҡҡа төрөп үҙебеҙгә тәғәйен аҙыҡты ырғытыу, ә еңеү көнөндә хәрби әхирәтен атып үлтереүҙәре бөгөнгөләй хәтерендә. Ҡәһәрле, дәһшәтле һуғыш 20 миллион ватандаштарыбыҙҙың сәскә кеүек ғүмерен өҙгән, әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы етем ҡалдырған, ауыл, ҡалаларҙы көл-күмергә әйләндергән. Һуғыштан һуң, хаҡлы ялға сыҡҡансы Әлиә Хәсәнйән ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше менән ике бала: бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғыш михнәттәрен күргән атай-әсәйебеҙ беҙҙә бала саҡтан уҡ илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләне, тарихыбыҙға тәрән ихтирам менән ҡарарға өйрәтте, ти Раушания. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Әлиә Мусинаның балалары ҡәҙерләп һаҡлаған һәр бер хат –изге ҡомартҡы, унда тарих ята. Был тарихты түкмәй сәсмәй киләсәк быуынға еткереү – беҙҙең изге бурыс, ти ветерандың ҡыҙы.