Яңы короновирус инфекцияһына дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн Өфө ҡалаһында 590 мең кеше вакцина үтергә тейеш. Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән көн арта. Ҡала хакимиәте кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсъәләләрҙең береһе короновирус инфекцияһынан вакцинациялауға айырым иғтибар бирелде. Вирустың һинд штаммы күпкә хәүефле, тип билдәләнде. Вирустың яңы һинд штаммы күпкә хәүефле һәм кешенән кешегә үтә лә еңел тарала. Һөҙөмтәлә бик етди сирҙәргә килтереүе ихтимал. Яңы вирус сирләгән кешеләрҙең һәм вакцина ятһатыусыларҙың да атниматдәләр әүҙемлеген кәметеүе мөмкин. Башҡала хакимиәте кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эпидимиологы Азат Мөхәмәтйәнов Ковид-19 сиренән дөйөм туҡланыу, мәғариф, һатыу, көнкүреш хеҙмәте, йорт-коммуналь хужалығы һәм энергетика өлкәһендә, шулай уҡ матурлыҡ салоны, фитнес-клуб, транспорт, театр, музейҙарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр мотлаҡ вакцинациялау үтергә тейеш, тип билдәләне. Шулай уҡ киләһе аҙнанан ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға короновирустан вакцинациялау башланыуы ихтимал. Ҡатын-ҡыҙ вакцина алғандан һуң препарат уны ғына түгел, имеҙгәндә яңы тыуған сабыйҙарҙы ла һаҡлай Башҡала мэры Сергей Греков бөтөнләй вакцинациялау ойошторолмаған ойошмаларҙы ҡаты тәңҡитләне. Оператив кәңәшмәлә йәйге лагерҙарҙың беренсе сменаһына һөҙөмтә яһалды. Балалар хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар булырға тейеш, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Башҡалала ике дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә һәм бер нисә мәктәптә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Сергей Греков башҡала халҡын экологик акцияға ҡушылырға саҡырҙы. Йыл һайын ойошторолған аҙналыҡта Өфөнөң 237 урынында батарейкалар йыйып тапшырырға мөмкин. Экологик акция башҡалала 3-сө йыл ойошторола. Тапшырыу урындарын башҡала хакимиәте сайтында табырға мөмкин. Ҡәҙимгесә 4 номинация буйынса бәйге ойоштороласаҡ. Ҡала халҡы, идаралыҡ компаниялары, белем биреү учреждениелары, предприятие һәм ҡала ойошмолары араһында еңеүселәр билдәләнәсәк.
Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән-көн арта
Тулыраҡ: Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән-көн арта